+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
1 Март , 15:40

100 белгескә дәүләт ярҙамы

Башҡортостанда  агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамын алыусыларҙы һайлап алыу тамамланды. Унда ҡатнашҡан 182 йәш ауыл хужалығы белгесенең 100-өнә төбәк ҡаҙнаһынан аҡса түләнәсәк.

100  белгескә дәүләт ярҙамы
100 белгескә дәүләт ярҙамы

Башҡортостанда  агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына ярҙам итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамын алыусыларҙы һайлап алыу тамамланды.

Һайлап алыу турын үткәндәрҙең барыһы ла республиканың агрокомплекс предприятиеларында белгес булып эшләй. Яҡын арала уларға төбәк бюджетынан 750-шәр мең һум аҡса күсерелергә тейеш. Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 86 миллион һум тәшкил иткән.

–Алдағы йылдарҙа иҡтисадта белгестәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ артыуына әҙерләнәбеҙ. Шуға күрә агросәнәғәт комплексы кадрҙары менән системалы эште дауам итәбеҙ, һөнәри йүнәлеште мәктәп эскәмйәһенән үк башлайбыҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Кадрҙар потенциалына ярҙам итеү республика программаһы был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мөһим инструмент булып тора.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: