+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
1 Март , 10:50

Шәкәр етештереү арта

Башҡортостандың шәкәр етештереү заводтары сөгөлдөрҙән уҙған йыл йыйып алынған уңыштан 225 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерҙе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Шәкәр етештереү арта
Шәкәр етештереү арта

Башҡортостандың шәкәр етештереү заводтары сөгөлдөрҙән уҙған йыл йыйып алынған уңыштан 225 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерҙе. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10,5 процентҡа күберәк.

Былтыр  шәкәр сөгөлдөрө республиканың 19 районында үҫтерелде, дөйөм майҙаны 47,5 мең гектар тәшкил итте.  Уҙған йылда Шишмә шәкәр заводы һәм “Раевсахар” кампанияһы бөтәһе 1,5 миллион тонна сөгөлдөр эшкәртте. Шәкәр сығышы 14,2-15,4 процент тәшкил итә.

Шәкәрҙе Башҡортостан сит илдәргә лә оҙата. Был “Кооперация һәм халыҡ-ара экспорт” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: