+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
20 Март , 08:00

Өфөлә ауыл хужалығы күргәҙмәһе асыла

“Агрокомплекс” күргәҙмәһе башҡалала  утыҙ дүртенсе тапҡыр үтә.

Өфөлә ауыл хужалығы күргәҙмәһе асыла
Өфөлә ауыл хужалығы күргәҙмәһе асыла
Быйыл биш күргәҙмә комплексы майҙансығында Рәсәйҙең 40 төбәгенән 360 компания ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Чехия, Венгрия, Беларусь Республикаһы кеүек сит илдәрҙең компаниялары һәм вәкилдәре киләсәк. 

Сарала 180 берәмек техника ҡуйылған күргәҙмә  асыласаҡ. Унда ауыл хужалығы техникаһы һәм комплекттарын етештереүселәр, ветеринария һәм малсылыҡ, үҫемлекселек, ауыл хужалығы тауарын етештереү, агрохимия, ауыл хужалығы предприятиеларына хеҙмәт күрһәткән компаниялар ҡатнаша.

“Агрокомплекс” күргәҙмәһе барышында фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлекте ҡарарға һәм  йәрминкәлә сифатлы ризыҡтарҙы һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә “Ауыл хужалығы комплексының яңы ысынбарлығы: трасформация, һанлаштырыу, кооперация” стратегик сессияһы уҙасаҡ.

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: