Аграрийҙар ике айҙа 800 миллион һумға 186 берәмек техника һатып алған. Яңы трактор-машиналар, ҡорамалдар ауыл хужалығының мөһим кампанияны уңышлы атҡарып сығырға булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов беледереүенсә, һуңғы биш йылдда республика аграрийҙары 56 миллиард һумға 16 мең берәмек техника алған.
Республикала агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыуҙың төбәк программаһы эшләй, уның сиктәрендә аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 проценты кире ҡайтарыла. Шул уҡ биш йылда ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр ошо программа сиктәрендә 7,2 миллиард һум субсидия алған.
Һуңғы һөҙөмтәлә техниканы яңыртыу “Халыҡ-ара копперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.