+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
25 Март , 15:15

Сәсеүгә әҙерлек

Башҡортостанда яҙғы сәсеү  мәлендә ике миллион гектар ерҙә эштәр алып барыласаҡ, уларҙа 12,5 мең трактор ҡатнашасаҡ, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 180 берәмеккә күберәк.

Сәсеүгә әҙерлек
Сәсеүгә әҙерлек

Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәрендә 12,5 мең трактор ҡатнашасаҡ, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 180 берәмеккә күберәк.

БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, техника паркын яңыртыу баҫыуҙарҙа дым ҡаплауҙы ҡыҫҡа ваҡыттарҙа, йәғни 8-9 көн эсендә атҡарып сығырға мөмкинлек бирәсәк. Элек был эштәргә 12-15 көн талап ителгән. Техника паркын яңыртыуға АПК-ның техник паркын яңыртыу төбәк программаһы булышлыҡ иткән. Ошо программа сиктәрендә аграрийҙарғак техника һатып алыуға тотонолған сумманың яртыһы кире ҡайтарыла. Һуңғы баш йылда ошо маҡсатта 7,2 миллиард һум субсидия түләнгән.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: