+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
29 Март , 14:10

Ауыл хужалығы күргәҙмәһе

26 -29 мартта Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләне.

Ауыл хужалығы күргәҙмәһе
Ауыл хужалығы күргәҙмәһе

26 -29 мартта Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләне.

Форумда Рәсәйҙең 40 төбәгенән 400-гә яҡын билдәле эксперт һәм эшҡыуар, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Белоруссиянан делегациялар ҡатнашты.

Агросәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе Өфөлә инде 34-се тапҡыр үткәрелә. Быйыл 18 мең квадрат метр майҙанда – биш күргәҙмә комплексы майҙансыҡтарында Рәсәйҙең 40 төбәгенән 360 компания ҡатнаша. Шулай уҡ Чехия, Венгрия, Беларусь Республикаһы кеүек сит илдәрҙең компаниялары һәм вәкилдәре килде. Ә инде Красноярск крайы менән Мари Иле Республикаһы үҙ стендтарын күрһәтә.

Күргәҙмәләр комплексы алдындағы майҙанда 180 берәмек техника һәм ҙур күләмле ҡоролма экспозицияһы ҡуйылған күргәҙмә ойошторолдо. Унда ауыл хужалығы техникаһы һәм комплекттарын етештереүселәр, ветеринария һәм малсылыҡ, үҫемлекселек, ауыл хужалығы тауарын етештереү, агрохимия, ауыл хужалығы комплексы предприятиеларына хеҙмәт күрһәтеү кеүек йүнәлештә махсуслашҡан компаниялар ҙа ҡатнаша. “Агрокомплекс” күргәҙмәһе барышында фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек йәрминкәһе лә ойошторола.

Күргәҙмә барышында  ауыл хужалығында һанлы технологияларҙы индереү, ауыл сәнәғәте кластерын үҫтереү, бәләкәй формала хужалыҡ алып барған предприятиеларҙа кластерҙы һәм кооперацияны үҫтереү, тармаҡты техник һәм технологик яҡтан яңыртыу һәм башҡа башҡа йүнәлештәр буйынса секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.

 

Автор:
Читайте нас: