“Россельхознадзор”ҙың республика буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, был ойошма ошо осорҙа Азербайжанға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға һәм Үзбәкстанға бойҙай һәм арыш оно һатыуҙы контролдә тотҡан.
“Он өлгөләре экспорт йөктәренең бөтә партияларында тикшереү үтте. Зарарлы карантин организмдары асыҡланманы, бөтә продукция импортер илдәрҙең талаптарына яуап бирә”, – тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостанда етештерелгән продукцияны сит илдәргә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.