+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
3 Апрель , 15:40

Милли проект буйынса дәүләт ярҙамы арта

Республикала ауыл хужалығын үҫтереүгә иғтибар ҙур

Милли проект буйынса дәүләт ярҙамы арта
Милли проект буйынса дәүләт ярҙамы арта

2019 йылдан 2023 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт секторы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проекты сиктәрендә 1,33 миллиард һум дәүләт ярҙамы алды. 2024 йылда төбәк проекты буйынса ярҙам күләме 290 миллион һум тирәһе булыуы көтөлә.

– Милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда биш йыл эсендә 296 яңы фермер хужалығы булдырылды,-тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - 12 меңдән ашыу консультация хеҙмәте күрһәтелгән, ҡулланыусылар кооперацияһына 10,3 мең ҡатнашыусы йәлеп ителгән, 223 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы дәүләт ярҙамы алған.

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проекты сиктәрендә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» мили проектына ярашлы  өс йүнәлеш буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был «Агростартап» гранттары, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына һәм ауыл хужалығы кооперацияһы өлкәһендәге компетенция үҙәктәренә субсидиялар.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: