Ауыл хужалыға тауарын етештереү һуңғы биш йылда 40 проценттан ашыуға артты. 2023 йылда етештереү күләме 225 миллиард һумдан ашып китте. Ил Президенты ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе дүрттән бер өлөшкә арттырыға бурыс ҡуйғайны, шул уҡ ваҡытта уны экспортҡа һатыу 1,5 тапҡырға артырға тейеш. Ошо маҡсатта республикала “Һаҡла һәм эшкәрт” программаһы эшләй башлаясаҡ. Башҡортостанда 2023 йылда 160 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек продукттары етешт ерелгән. Был унан алдағы йылға ҡарата 106,5 процент тәшкил итә. АПК продукцияһы етештереүҙе арттырыу өсөн аграрийҙарҙың продукцияһын сит илдәргә һатыу мөмкинлектәрен киңәйтеү зарур. Был тәңгәлдә былтыр уҡ 44 илгә 328 миллион долларға продукция оҙатылған. Был программаны ҡабул итеү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын үтәүгә ҙур өлөш индерә. Биш йылда ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау өс т апҡырға артҡан