Республиканың ауыл хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре башланды. Бөгөнгә 18 район был эшкә ҡушылды.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, муниципалитет баҫыуҙарында күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматалар, ужым культураларын, күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашламалар менән туҡландыралар.
Башҡортостанда яҙғы культураларҙы 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү бурысы тора.
Яҙғы баҫыу эштәре тактикаһын һәм стратегияһын билдәләү маҡсатында район аграрийҙары оло һөйләшеүгә йыйылды. Район хакимиәте башлығының ауыл хужаплығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов сығышынан күренеүенсә,
Ул әйтеүенсә, 74224 гектар майҙан сәселәсәк. 67394 гектарҙа яҙғы культуралар ултыртыласаҡ, был бынан алдағы йыл менән сағыштырғанда 102,7 процент. Һуңғы йылдарҙа хужалыҡтар иҡтисади яҡтан табышлы культураларға өҫтөнлөк бирә, быйыл техник культуралар 15761 гектарҙы биләйәсәк.
Сәсеү эштәрен үтәкреүгә 420 миллион һум талап ителә. Был үткән йылдағынан 10 процентҡа күберәк. Ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр 150 миллион һумға эштәрҙе үҙ иҫәптәренә башҡарырға ниәтләнә. 181миллион һум етмәгән сумма кредит һәм займдар иҫәбенә ҡапланасаҡ, 41 миллион һумы дәүләт ярҙамы һәм субсидиялар иҫәбенә тулыландырыласаҡ.
Яҙғы баҫыу эштәрендә 71 агрегат тупраҡты әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ, 91 агрегат сәсеүҙә мәшғүл буласаҡ. Ғәмәлдә 250-нән ашыу трактор ярҙамында яҙғы баҫыу эштәрен тиҙ арала атҡарып сығырға мөмкин буласаҡ.