-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
26 Апрель , 10:05

Баҫыуҙа эштәр гөрләй

Башҡортостанда төрлө климат зоналарындағы 37 район хужалыҡтары яҙғы культуралар сәсеүгә төшкән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Баҫыуҙа эштәр гөрләй
Баҫыуҙа эштәр гөрләй

Башҡортостанда төрлө климат зоналарындағы 37 район хужалыҡтары яҙғы культуралар сәсеүгә төшкән.

Был бик һирәк күренеш, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Бойҙай, арпа, һоло, борсаҡ, кәрешкә, көнбағыш, майлы етен, рапс, шәкәр сөгөлдөрө сәсәләр.

Әле йәмғеһе 46 мең гектар майҙанда яҙғы культуралар сәселгән.

Шишмә (4,5 мең гектар), Ҡырмыҫҡалы (4,1 мең гектар), Илеш (3,7 мең гектар) районы хужалыҡтары алда бара.

Беҙҙең районда иһә әлегә дым ҡаплау, күп йыллыҡ сәсеүлектәрҙе ашлау, орлоҡто сәсәеүгә әҙерләү эшәтре алып бара. Район ауыл хужалығы идаралығынан белдереүҙәренсә, әбйәлилдәр сәсәеүгә ошо көндәрҙә төшәсәк. Быйыл  67394 гектарҙы яҙғы культуралар биләйәсәк, 15761 гектарҙа техник культуралар сәселәсәк.

Йыл уңай килеп, уңыштар мул булһын тип теләргә генә ҡала. Уңыш мул булһа, игенселәр игенде сит илдәргә ла һата аласаҡ. Ә был, үҙ сиратында, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын үтәүгә лә ҙур өлөш буласаҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: