+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
29 Май , 12:10

Ауыл хужалығына ярҙам

Рәсәй фән академияһы Өфө федераль тикшереү үҙәге агробиологтары мал аҙығы уңышын арттырыу өсөн бактерия штамына патент алған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ауыл хужалығына ярҙам
Ауыл хужалығына ярҙам

Биотехнология һәм ауыл хужалығы микробиологияһы өлкәһендә уйлап табыуҙы ауыл хужалығында ҡулланып була. Патентланған бактериялар нигеҙендә биологик препараттар эшләү “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Рәсәй фән академияһы Өфө федераль тикшереү үҙәгенең биология институты “Башинком” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Биопрепаратты әлегә “СОЧНОТРАВ” тип атағандар.

“Был биопрепараттар мал аҙығы орлоҡтарының уңышын 12 – 24 процентҡа, йәшел массаһын 15 – 42 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә. Микробиологик препараттар ҡулланыу минераль ашламаларға сығымды, вегетатив массала нитраттар күләмен кәметергә булышлыҡ итә”, – ти агробиология лабораторияһы етәксеһе, биология фәндәре докторы Сергей Четвериков.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/761967#scroll.

Автор:
Читайте нас: