+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
5 Июль , 17:20

Фермер грант отто

Рәсих Ҡарабандин “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам»милли проекты сиктәрендә былтыр «Агростартап» грант конкурсында еңеүсе булды һәм 4,6 миллион һум алды. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Фермер грант отто
Фермер грант отто

 Рәсих Ҡарабандин 2023 йылда «Агростартап» грант конкурсында еңеп, 4,6 миллион һум ала. Был аҡсаға эшҡыуар йылҡы малы һатып ала һәм аттар үрсетеү менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Уҙған йәй Ҡарабандиндың фермаһында 100120 литр ҡымыҙ етештерелә. Продукцияһын баҙарҙарҙа һаталар, магазиндарға оҙаталар, ауыл халҡы ла күпләп ала.. Фермерҙың 30 гектар ере бар, унда ул мал аҙығы культуралары сәсә. Бесәнде үҙҙәре әҙерләй, ә һолоно һатып ала.

Ҡарабандин фермаһын артабан үҫтерергә,йылҡылар һанын арттырырға һәм мал аҙығы базаһын нығытырға ниәтләй.

Бөгөн иһә Ҡарабандиндың фермаһында эштәр гөрләй: ҙур һорау менән файҙаланған ҡымыҙ һатыуға күпләп сығарыла һәм фермер хужалығында етештерелгән ҡымыҙҙы күптәр яратып һатып ала.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: