Төбәктә шартлы бер баш малға 6 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән дә инде. 2024 йылда план буйынса шартлы мал башына 26 центенр аҙыҡ берәмге әҙерләнергә тейеш. БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда 11 июлгә 50 мең тоннаға яҡын бесән һәм 510 мең тонна сенаж әҙерләнгән. 222 мең гектарҙа үлән күп йыллыҡ үләндәр сабылған. Ауырғазы, Дәүләкән һәм Бәләбәй райондарында сенаж әҙерләү буйынса план үтәлгән дә инде. Бесән әҙерләү буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләрҙе Стәрлетамаҡ (12,1 мең тонна), Борай (8,7) һәм Хәйбулла райондары хужалыҡтары күрһәтә.
Беҙҙең районда “Красная Башкирия” хужалығында сенаж һалыу эше әүҙем бара. өгөнгө ямғырҙар эште бер аҙ туҡтатты, шулай ҙа көн асылыу менән механизаторҙар баҫыуға сығыуға әҙер.
Ауыл хужалығы өлкәһендә тырышып эшләгән фермерҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проектын үтәүгә ҙур өлөш индерәләр.