-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Июль , 11:45

Уңғандар эш таба

Ауылда эш юҡ тип зарланғандарға Нияҙғол ауылы нда йәшәгән Бикетовтар үрнәк.

Уңғандар эш таба
Уңғандар эш таба

Нияҙғол ауылының Тыныслыҡ урамында әлегә бер генә йорт ҡалҡып сыҡҡан. Бында беренселәрҙән булып өй туйлаған ирле-ҡатынлы Бикетовтар Магнитогорск ҡалаһынан күсеп килгән. Ғаилә башлығы Марат Бикетов Магнитогорск металлургия комбинатына йөрөп эшләй. Ҡатыны Алһыу ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек  бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәренә генә күмелеп ҡалмаған. Фермер хужалығын булдырыу маҡсаты менән һыйыр малдары һатып алған, әле һыйырҙарҙы үрсетеп, мал башын арттырырға йыйына. Киләсәктә иһә ит, һөт продукцияһы етештереп, улар менән ауылының, шулай уҡ яҡын-тирә ауыл-ҡалалар халҡына ла тәҡдим итмәксе. Әлбиттә, хужалыҡты үҫтереү өсөн дәүләттән ярҙамға ла өмөт итә, был тәңгәлдә документтарын әҙерләп, субсидия юлларға йыйына.

Нияҙғол ауылында үткән "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамында Бикембәтовтар Тау урамында йәшәгән өс йорт хужалары менән урамға бай өҫтәл әҙерләгәйне, унда шулай уҡ үҙҙәренең ихатаһында етештерелгән аҙыҡ-түлекте лә ҡуйғайнылар.

Фото ауылдаштар осрашыуынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: