Нияҙғол ауылында ғүмер кисергән Гөлсинә һәм Нәжип Шәрәфетдиновтар биш балаға ғүмер биргән. Эшһөйәр уңған ир менән ҡатын балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтерә. Бөгөн улар күпләп һыйыр малы аҫырай, яҙ етһә, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ себештәре алып үҫтерә.
Быйыл да йөҙ баш ҡаҙ себеше алған улар. Бәпкәләр аҙып-туҙып йөрөмәһен өсөн ҡапҡа алдында ҙур ғына майҙансыҡты кәртәләп, ҡулайлаштырғандар. Эргәлә генә быуа булыуы ла ҡаҙ көтөүгә булышлыҡ итә.
Үҙҙәренән артҡан продукцияны Шәрәфетдиновтар күрше-тирә ауылдар, Магнитогорск, Белорет, Өфө ҡалалары халҡына һата. Киләсәктә был тәңгәлдә шәхси хужалыҡтарын булдырып, дәүләттән ярҙам алыуға өмөт итә ғаилә.