Ҡушый ауылын фермеры Ильяс Һибәтов "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә үҙ проектын тәҡдим итә һәм уға артабан "Эш башлаусы фермер" республика программаһында ҡатнашыу өсөн мәғлүмәти яҡтан ярҙам күрһәтелә. Был нәҡ республика Башлығы Радий Хәбировтың агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә етди иғтибар биреүе һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
"Ауыл хужалығы эш урындары һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам төрҙәре бар, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм райондарҙа индерелгән льготалар" - тигәйне Радий Хәбиров.
Эшҡыуар "Эш башлаусы фермер" программаһында грант яулауға ирешә. Дәүләт ярҙамында һыйыр малдары һәм ауыл хужалығы техникаһы һатып ала.
Бөгөн Ильяс Һибәтов аяғында ныҡ баҫып торған фермер. Ит йүнәлешен һайлаған эшҡыуар һыйыр малдарын үрсетә, район халҡын, күрше тирә район-ҡалалар халҡын ит менән тәьмин итә.
Шулай уҡ хужалығында йөҙгә яҡын йылҡы тотҡан Ильяс Ишбулды улы ҡымыҙ етешт ереү менән дә шөғөлләнә. Уҙған йыл "Башҡорт аты" фестивале барышында махсус рәүештә бейә һөтөнән шифалы эсемлек яратыусылар өсөн ойошторолғаан республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсында Ҡушыйҙан Ильяс Һибәтовтың ҡымыҙы рсепубликала иң тәмлеһе тип табылды.
Быйылғы "Башҡорт аты" фестивалендә лә фермер үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк һәм быйыл да юғары баһаланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Әйткәндәй, 2019-2023 йылдарҙа хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 3,4 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Агросәнәғәт комплексы тармағын уңышлы үҫтереүҙең төп факторы булып техник һәм технологик модернизациялау тора. 2023 йылда 14,2 миллиард һумға 2970 берәмек юғары етештереүсәнле техника һатып алынған, был 2022 йыл күрһәткестәренән 1,3 миллиард һумға күберәк.