+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
9 Август , 17:05

Баҫыу эштәренә – 9 миллиард һумдан ашыу льготалы кредит

2024 йылда төбәк аграрийҙарына баҫыу эштәренә бөтәһе 9 миллиард һумдан ашыу льготалы кредит бирелгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Баҫыу эштәренә – 9 миллиард һумдан ашыу льготалы кредит
Баҫыу эштәренә – 9 миллиард һумдан ашыу льготалы кредит

2024 йыл башынан Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан Республикаһы аграрийҙарына дөйөм суммаһы 11 миллиард һумлыҡ льготалы ҡыҫҡа сроклы кредиттарға 349 ғаризаны хуплаған.

- Төбәккә льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредитлау механизмын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 486,3 миллион һум субсидия бүленгән. Россельхозбанктың Башҡортостан филиалы 2024 йыл башынан Башҡортостан аграрийҙарына ярҙамға 4,6 миллиард һум йүнәлткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткестәренән 27 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән миҙгелле баҫыу эштәренә 3,1 миллиард һум кредит йүнәлтелгән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк, шул иҫәптән 2,6 миллиард һум – льготалы ставка буйынса.

Россельхозбанктың матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, республиканың агросәнәғәт комплексына бирелгән аҡсаның дөйөм күләменән 3,9 миллиард һумды (былтырғыға ҡарата+39%) төбәктең бәләкәй һәм урта бизнес ауыл хужалығы предприятиелары, 743 миллион һумды (+10%) фермерҙар алған.

Был аҡсаға ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән предприятиелар, фермерҙар  нигеҙҙә техника, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға тотона. Заманса техника үҫтерелгән уңышты сифатын юғалтмайынса йыйып алырға һәм сит илдәргә һатырға мөмкинлек бирәсәк .Ә был, үҙ сиратында, “Халыҡ-ара коопрерация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: