0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
23 Август , 07:00

Йылҡысылыҡ артабан үҫешәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт аты” фетивале майҙансығында республиканың аграр райондарының фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм йылҡысылары менән осрашыу үткәрҙе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йылҡысылыҡ артабан үҫешәсәк
Йылҡысылыҡ артабан үҫешәсәк

 Тоҡомло, продуктив һәм спорт йылҡысылығын үҫтереү, шулай уҡ профилле хужалыҡтарға һәм эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Республика башлығы эш йүнәлештәрен атта йөрөргә өйрәтеү өсөн яңы майҙансыҡтар булдырыу, Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромын үҫтереү һәм ат спорты буйынса фестивалдәр һәм ярыштар үткәреү тип атаны.

— Шишмә районында Турахан мавзолейы эргәһендә Башҡорт аты һәм һунарсы ҡоштар үҙәге төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. — Уның биләмәһендә бер нисә йыл дауамында ике ипподром, манеж, ат һарайы төҙөләсәк. Был йылҡысылыҡ һәм ошо йүнәлеште популярлаштырыу өлкәһендәге иң ҙур проекттарҙың береһе. Үҙәк иң юғары кимәлдәге саралар үткәреү өсөн халыҡ-ара талаптарға яуап бирәсәк.

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивале майҙансығы артабан үҫеш аласаҡ. Төбәк етәксеһе бында кәрәкле инфраструктура менән ҙур майҙансыҡтар булдырыу концепцияһын эшләргә ҡушты.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ республиканың йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнгән хужалыҡтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген һөйләне. Йылҡысылар льготалы кредиттар, техника, аттар һатып алыуға һәм ҡымыҙ һатыуға субсидиялар аласаҡ. Бының өсөн уларға республиканың ауыл хужалығы министрлығына ярҙам итеү тармаҡ программаларында ҡатнашырға кәрәк. Һуңғы өс йылда был йүнәлеште үҫтереүгә 200 миллион һум самаһы аҡса бүленде.

Ауыл хужалығы тауарын етештереүселәргә ярҙам ”Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһын үҫтереү” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: