Башҡортостан вице-премьеры — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе.
— Санкцияларға ҡарамаҫтан, Башҡортостан үҙ продукцияһын донъяның 44 иленә оҙата. Әле традицион партнерҙар менән эш алып барыла, экспорт өсөн яңы баҙарҙар үҙләштерелә, — тип хәбәр итте Фәзрахманов.
2023 йылда республиканан тышҡы баҙарға яҡынса 328 миллион долларға 730 мең тоннанан ашыу ауыл хужалығы продукцияһы оҙатылған, был иһә уҙған йылғы кимәлдән 12% күберәк, тип өҫтәне ул.
Быйыл агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты күрһәткесен 331,7 миллион долларға тиклем арттырыу күҙаллана.
— Ағымдағы йылдың 6 октябренә республика 460 мең тоннанан ашыу агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа сығарған (220 миллион доллар). Шуның 67% ашыуы май тармағы продукцияһына тура килә, — тип билдәләне ауыл хужалығы ведомствоһы етәксеһе. — Бөгөн беҙҙең алда 2030 йылға экспортты 651,2 миллион долларға тиклем еткереү йәғни ике тапҡырға арттырыу маҡсаты тора.