А/хужалығы
1 Ноябрь 2024, 10:51

ЭШ ҺӨЙГӘНДЕҢ ДӘРӘЖӘҺЕ ЮҒАРЫ

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн баҫыу эштәре миҙгеле тамамланды: сәселгән майҙандарҙың уңышы йыйып алынды һәм бураларға һалынды, ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы запасы тупланды.

— Ауыл эшсәндәренең ныҡышмалы, тырыш хеҙмәте игенсе өсөн ҡатмарлы килгән йылда ла ярайһы уҡ мул уңыш алырға булышлыҡ итте. Район игенселәре ҡуйылған бурысты намыҫлы үтәп сыҡтылар: бөтәһе 66500 гектарҙа яҙғы сәсеү эштәре башҡарылды. Йыл да яңы ерҙәрҙе үҙләштерә килә, ошо һанға еткерҙек, был тәңгәлдә эш, һис шикһеҙ,  дауам ителәсәк — буш ятҡан майҙан-дарҙы әйләнешкә индереү артабан да алып барыласаҡ, — тип башланы үҙенең сығышын район хакимиәте башлығының  ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов. — Йыл үҙенсәлекле килде: ғәҙәттә беҙ сәсеүҙе 16-17 майға тамамлай тоғайныҡ, ә быйыл нәҡ ошо көндәрҙә сәсә башланыҡ. Башта яуын-төшөм булмағас, һәр төшкән тамсы ҡыуандырҙы. Тик йәй буйына бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар һағайтты, хатта уңышҡа өмөттө лә өҙгән мәлдәр булды. Шулай ҙа, Аллаһы Тәғәлә игенсе-ләргә үҫтерелгәнде йыйып алырға мөмкинлек бирҙе, аяҙ торған ике ай эсендә бөтә майҙандарҙағы уңыш тулыһынса йыйып алынды, бөгөн етен менән көнбағышты урыуҙы тамамларға ғына ҡалды.
Ғәлим Наил улы әйтеүенсә, быйылғы йыл өсөн уңыш та насарҙан булмаған: гектар ҡеүәте  23 центнер тәшкил иткән, район баҫыуҙарынан бөтәһе 95 мең тонна тулайым ашлыҡ йыйып алынған. Республикала үҫтерелгән етенде, нигеҙҙә, әбйәлилдәр игә, ҙур һорау менән файҙа-ланған был культура сәсеү майҙанының 25 процентын биләй. 
Агротехник сараларҙы ваҡытында башҡарыуға, баҫыуҙарҙа үҫтерелгән куль-тураларҙы ҡыҫҡа ваҡытта юғалтыуһыҙ йыйып алыуға хужалыҡтарҙа һәм фер-мерҙарҙа заманса ҡеүәтле техниканың күплеге булышлыҡ иткән, быйыл да техника паркы бер нисә комбайн менән тулыланған.
— Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар арҡа-һында республика хөкүмәте бесән менән ярҙам итеү ниәтендә шәхси хужалыҡ-тарға, йәмәғәт малдарына талап ителгән бесән күләме тураһында мәғлүмәт йый-ғайны. Шулай ҙа был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген дә бирҙе Хоҙай: дым күп булғас, үлән мул булды һәм аяҙ торған мәлде файҙаланып, бесәнде хужалыҡтар киләһе йылға запас менән әҙерләне. Бөт-мөр хужалар ҙа кәрәгенән артыҡ эшләп алды бесәнде, — тине Ғәлим Наил улы.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов үҙенең ҡотлау телмәрендә ауыл хужалығы районыбыҙ үҫешендә өҫтөн-лөклө йүнәлеш булыуын билдәләне.
— Әбйәлил аграр район булды һәм булып ҡала. Ер эшкәртеү, мал үрсетеү элек-электән килә һәм ул артабан да дауам итәсәк, — тине Илдар Таһир улы. — Ауыл хужалығы тармағында үҙ эшен яратҡан, намыҫлы башҡарған игенселәр һәм малсыларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөм-тәһендә Әбйәлил республикала алдынғы, көслө райондарҙың береһе булып һанала. Һеҙҙең хеҙмәт абруйлы һаналды һәм бөгөн дә иң маҡтаулы һөнәрҙәрҙең береһе. Артабан да һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, яңынан-яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем. Һеҙҙең хеҙмәтһеҙ район да, республика ла, ил дә булмаясаҡ. Сарала бар ғүмерҙәрен ауыл хужалығы тармағында эшләүгә арнаған хеҙмәт ветерандарын күреүемә бик шатмын. Барығыҙға ла хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Байрам менән!
Яҙғы баҫыу эштәре осоронда юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән механизаторҙарға, водителдәргә, ком-байнерҙарға, йәйге осорҙа мул продук-ция алыуға өлгәшкән малсылыҡ тармағы эшсәндәренә, ауыл хужалығы продукция-һы етештереүҙе һөҙөмтәле алып барған хужалыҡтар етәкселәренә, фермерҙарға район хакимиәтенән Дипломдар, Рәхмәт хаттары һәм сертификаттар тапшы-рылды.
Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техниканың торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһының Әбйәлил районы буйынса секторы мөдире Ҡасим Тайсин техниканы тикшереүгә ваҡытында әҙерләгән хужалыҡтар һәм пред-приятиелар инженерҙарына  БР Дәүләт комитетының Рәхмәт хаттарын тап-шырҙы. 
Әбйәлилдә ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәрҙе дәртләндереү саралары күрелә. Мәҫәлән, билдәле эшҡыуар, «Коммунальник» ЯСЙ-һы директоры Дамир Аллаяров заманында респуб-ликала билдәле булған яҡташыбыҙ Милләт Хәкимов исемендәге премия булдырғайны һәм аҡсалата премия йыл һайын Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө уңайынан үткәрелгән тантанала тапшы-рылып килә. Быйыл премияға «Красная Башкирия» ЯСЙ-һының инженеры Нурис-лам Бүләк улы Хисмәтуллин лайыҡ тип табылды һәм уға 15 мең һум күләмендә аҡса бирелде.
— Һуңғы бер нисә йыл рәттән был премияны тик «Красная Башкирия»ла эшләүселәр ала, был хужалыҡта йәш кадрҙарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бире-леүен иҫбатлай, — тине Ғәлим Наил улы премияны тапшырып.
Әбйәлилдәрҙе байрам менән Баш-ҡортостан ауыл хужалығы министрлығы-ның үҫемлекселек һәм мал аҙығы бүлеге начальнигы А. З. Мөхәмәтшин тәбрик-ләне.
— Ауыл эшсәндәре өсөн йыл ябай булманы. Республика игенселәре һауа шарттарының ҡатмарлы килеүенә ҡарамаҫтан, ураҡты тамамланы, өс миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алынды, майлы культураларҙың уңышы 600 тоннанан ашып китте. 2,5 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынды, бынан тыш, картуф, ҡыяр, томат уңышы ла халыҡҡа талап ителгәндән күберәк алынды. 
Мал аҙығы ла етерлек: 1400 мең тонна силос, 1200 мең тонна сенаж һалынды, йәғни мал аҙығы планға ҡарата 113 процент күләмендә тупланды. Һөҙөмтәлә һөт, ит етештереү күләме даими арта. Был күрһәткестәрҙә, һис шикһеҙ, һеҙҙең, ошонда ултырғандарҙың һәр береһенең өлөшө бар. Ауыр, әммә кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ ветерандарҙың заманында район, республика һәм тотош илдең үҫешенә һалған хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым! — тип изге теләктәрен еткерҙе Азат Минзаһир улы.  
Министрлыҡ вәкиле ҡотлауҙарға ҡушып, бер төркөм алдынғы эшсәндәрҙе Рәсәй һәм Башҡортостан  Ауыл хужалығы минис­трлыҡтарының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Вете-ринария хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан район ветеринария станцияһының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре БР Ветеринария буйынса дәүләт комитетының награ-даларына лайыҡ булды, һөнәри бай-рамдары уңайынан ветеринарҙарға район хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары ла бирелде.
Әбйәлилдәрҙе байрам уңайынан шулай уҡ БР «Ерҙәрҙе мелиорациялау буйынса идаралығы» етәксеһе А. М. За-манов, «Реса» компаниялар төркөмө» акционерҙар йәмғиәтенең менеджеры Олег Вячеславович Глазков, «Урал аръяғы Агро» МТС-ы» ЯСЙ-һының генераль директоры Иван Александрович Зав-городный тәбрикләне, хеҙмәттә һы-натмаған эшсәндәргә тыуған ил хаҡына артабан да тырышып эшләүҙәрен теләне. 
Тантанала һүҙ алған хеҙмәт вете-рандары байрам сараһына саҡырған өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, эштәрен лайыҡлы дауам иткән бөгөн  ауыл хужалығы тармағында тир түккәндәргә район данын арттырып, тағы ла тырышып эшләүҙәрен, юғары күрһәткестәргә өлгәшеүҙәрен, уңыштар теләне. Хөрмәтле ветерандарға байрам айҡанлы район хакимиәте ярҙамы менән әҙерләнгән күстәнәстәр бирелде.
Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә дан йырлаған байрам сараһы район мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары әҙерләгән сағыу концерт номерҙары менән аралаштырылып алып барылды. Һәр кем саранан киләсәккә дәрт-дарман алып, яҡшы кәйеф менән таралышты.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас