97 компанияның 69-ы агросәнәғәт комплексын күрһәтә. Улар араһында Башҡортостан Республикаһынан «Авилат» агрокомплексы компанияһы ла бар. Компания иген, техник һәм майлы культуралар үҫтереү менән шөғөлләнә, шул көсөндә техник ҡәнәферҙән ҡамыш сүсе етештерә. Ҡытайға һәм башҡа илдәргә продукция экспортлай. Компания быйылғы йылдың авгусында Башҡортостандың Бүздәк районында техник киндер эшкәртеү заводын асҡайны. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был республикала тулы эшкәртеү циклы буйынса беренсе һәм Рәсәйҙә өсөнсө предприятие. Продукцияһы (киндер сүсе) йылытҡыстар, туҡыма булмаған материалдар, геотекстиль, арҡан әҙерләү өсөн, ә киндер һуғыу ҡалдыҡтары костробетон, арболит блоктары етештереүҙә ҡулланыла.
Шуның менән "Авилат" “халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.
Сығанаҡ: БР Ауыл хужалығы министрлығы.