А/хужалығы
27 Ноябрь 2024, 10:25

Ауыл хужалығында лизингҡа техника алыу артҡан

Росагролизинг аша 637 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алынған.

Ауыл хужалығында лизингҡа техника алыу артҡанАуыл хужалығында лизингҡа техника алыу артҡан
Ауыл хужалығында лизингҡа техника алыу артҡан

Быйыл һатып алынған техниканың хаҡы 4 миллиард һумдан ашҡан. Былтырғы күләм менән сағыштырғанда байтаҡҡа артығыраҡ.

- Льготалы лизинг программалары ярҙамында минималь сығымдар менән ауыл хужалығы предприятиеларының техник паркын яңыртыу яҡшы мөмкинлек. Башҡортостан Агролизинг программалары буйынса техниканы әүҙем һатып алыуын дауам итә, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов. - 2020 йылдан алып республика йыл һайын Росагролизинг аша техника менән тәьмин итеү күләме буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инә.

2024 йылдың 10 айында Башҡортостан аграрийҙары 9,7 миллиард һумлыҡ 2 мең берәмек техника һатып алған. Был 277 трактор, 151 иген йыйыу комбайны, 420-нән ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы һәм башҡа төр техника.

Республикала ауыл хужалығы комплекстарының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй, уның сиктәрендә аграрийҙарға техника һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентын ҡаплайҙар.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас