А/хужалығы
15 Ғинуар 2025, 06:25

Ауыл хужалығында эшләүсе йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

Бының өсөн конкурста ҡатнашырға кәрәк һәм 750 мең һум аҡса алырға мөмкин.

Ауыл хужалығында эшләүсе йәш белгестәргә дәүләт ярҙамыАуыл хужалығында эшләүсе йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы
Ауыл хужалығында эшләүсе йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы

– 2025 йылдан "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" яңы милли проекты старт ала, һәм уның сиктәрендә  "Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” йүнәлеше тормошҡа ашырыласаҡ. Уның маҡсаты – 2030 йылға агросәнәғәт комплексы предприятиеларын 95 процентҡа тиклем йәш кадрҙар менән тәьмин итеү. Бының өсөн тармаҡҡа йәш белгестәр йәлеп итергә, улар өсөн ҡулайлы шарттар булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостандың Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Дәүләт ярҙамы алыуға конкурста ҡатнашырға теләүселәр Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы ойошмаларында (ауыл ерендә) эшләргә тейеш. Ғариза һәм  документтар 2025 йылдың 22 ғинуарынан 7 февраленә тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығында (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт, 306-се бүлмә, 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, тәнәфес 13.00 - 14.00) ҡабул ителәсәк.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-40, 218-05-44.

БР агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алыуға дәғүә итеүсе йәш белгескә түбәндәге талаптар мотлаҡ:

- 35 йәшкә тиклем;

- әҙерлек, һөнәр һәм квалификация йүнәлештәре буйынса юғары белем йәки урта һөнәри белемле булыуы;

- әҙерлек йүнәлешенә, һөнәренә һәм квалификацияһына ярашлы төҙөлгән хеҙмәт килешеүе булыуы;

- йәш белгестең агросәнәғәт комплексында алты айҙан кәм булмаған өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажы булыуы;

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән (хәрби бурысы булғандар өсөн)шулай уҡ хәрби хеҙмәттән азат ителеү тураһында белешмә;

– үҙ өҫтөнә агросәнәғәт комплексы ойошмаһында кәм тигәндә өс йыл эшләргә йөкләмә алған;

- йәш белгес быға тиклем Указға ярашлы дәүләт ярҙамы алмаған булырға тейеш.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас