А/хужалығы
22 Января 2025, 10:40

Милли проект ярҙамында бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешә

 Ауыл хужалығы предприятиелары милли проект сиктәрендә 1,7 миллиард дәүләт ярҙамы алды.

Милли проект ярҙамында бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешәМилли проект ярҙамында бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешә
Милли проект ярҙамында бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешә

Башҡортостан Республикаһында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проектын тормошҡа ашырыу буйынса бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу бюджет саралары йүнәлтелгән.

 Төбәк проекты «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам»милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2024 йылда милли проект сиктәрендә Башҡортостандың ауыл эшҡыуарҙарына 293,6 миллион һум бүленгән, дәүләт ярҙамы лимиттары тулыһынса үҙләштерелгән.  Республика фермерҙары 30 миллиард һумға яҡын ауыл хужалығы продукцияһы етештергән. Башлыса фермер хужалыҡтары үҫемлекселек продукцияһын етештерә (үҫемлекселек өлөшө яҡынса 71,5%). Фермерҙар республикала етештерелгән игендең 36 процентын, көнбағыштың 32 процентын, шәкәр сөгөлдөрөнөң 22 процентын, картуфтың һәм йәшелсәнең 6,5 процентын, ит 5,7 процентын һәм һөттөң 11 процентын етештерә.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас