Проект сиктәрендә рсепублика урман хужалыҡтары паркы тәгәрмәсле «Беларусь» тракторҙары, ауыр бульдозерҙар, янғын һүндереү автоцистерналары, урман ултыртыу машиналары, культиваторҙар, һабандар, бөтә ерҙән үтә алған УАЗ автомобилдәре, прицептар һәм башҡалар менән тулыланды. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 400 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Төбәктең «урмандарҙы Һаҡлау» федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы урман янғын һүндереү учреждениеларының эшен көсәйтергә һәм уларҙың йыһазландырылыуын нормативтың 100 процентына тиклем еткерергә мөмкинлек бирә.
Был тәңгәлдә Әбйәлил урмансылығы ла бик күп техника: бер нисә МТЗ тираткоры, һабандар, культиваторҙар һәм башҡа ҡорамалдар алды. Белорет янғын һүндереү станцияһының Әбйәлил филиалына былтыр өр- яңы янғын һүндереү автомобиле бирелде. Бындай техника урмандар янғындары менән көрәшергә, тәбиғәтте һаҡларға булышлыҡ итә.