А/хужалығы
6 Февраль 2025, 07:40

Республика алдынғылар иҫәбендә

Башҡортостан льгота менән ер участкаһы алырға хоҡуғы булғандарҙы  ер участкалары менән тәьмин итеү күрһәткесе буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй — 81%. Мордовия — 71,6%, Киров өлкәһе — 71%, Ырымбур — 70,6%, Татарстан — 66%. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Республика алдынғылар иҫәбендәРеспублика алдынғылар иҫәбендә
Республика алдынғылар иҫәбендә

Льготалы ер участкаларына иң ҙур сират – Өфөлә. Өфөләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һуңғы өс йылда 4,3 мең участка булдырған. 2011 йылдан республикала льгота алыу өсөн бөтәһе 96,5 мең ғариза килгән. Уларҙың 73,5 меңенә ер участкалары бирелгән йәки 250 мең һум компенсация алған. Бындай ярҙам сараһын индереү сиратты кәметкән: күптәр тап аҡсаға өҫтөнлөк бирә, өҫтәүенә 2022 йылдың июленән был аҡсаны ипотека буйынса тәүге иғәнә өсөн тотонорға мөмкин.

Уҙған йылда бөтәһе 1216 ғаиләгә аҡса түләнгән, был 2021 йылға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк (398). 2025 йылда бындай түләүҙәр өсөн республика бюджетынан 100 миллион һум бүленгән.

Бында ярҙам сараһы халыҡҡа торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирә, күп ғаиләләр үҙ йортон төҙөүҙе өҫтөн күрә. Был шулай уҡ, үҙ сиратында, “Демография” милдли проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас