А/хужалығы
11 Февраль 2025, 09:45

«Агростартап» гранты 300-ҙән ашыу фермерға бирелгән

  «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекты буйынса бирелгән «Агростартап» грантына алты йылда Башҡортостан Республикаһының 333 фермеры лайыҡ булды. Был хаҡта төбәктең Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.

«Агростартап» гранты 300-ҙән ашыу фермерға бирелгән«Агростартап» гранты 300-ҙән ашыу фермерға бирелгән
«Агростартап» гранты 300-ҙән ашыу фермерға бирелгән

Башҡортостан фермерҙары дөйөм етештереү күләменән 36 процент бойҙай, 32 процент көнбағыш, 22 процент шәкәр сөгөлдөрө, 6,5% картуф һәм йәшелсә, 5,7 процент ит һәм 11 процент һөт етештерә. Тапшырылған грантты төрлө ҡорамал, ауыл хужалығы техникаһы, мал, ер, бина, ҡоролма, ауыл хужалығы производствоһын алып барыу өсөн биналар һатып алыуға, шулай уҡ производство һәм келәт биналарын төҙөүгә, рәтләүгә, яңыртыуға, ҡайтанан йыһазландырыуға һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтергә мөмкин ине.

– Уҙған йылда фермерҙар яҡынса 30 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештергән, ул республика күләмендәге производствоның 13 проценттан ашыуын тәшкил итә. Был тармаҡта күрһәткестәрҙең артабан да үҫеүенә иҫәп тотабыҙ. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Агростартап” программаһы яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға уңышлы эшләп китергә ярҙам итте, – тип билдәләне Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужа министры Илшат Фәзрахманов.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас