А/хужалығы
14 Февраль 2025, 03:00

Белоруссияға – 1150 тонна Ғафури рапсы

27 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы Ғафури районынан Беларуссияға оҙатыу өсөн 1150 тонна аҙыҡ-түлек рапсын тикшергән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Белоруссияға –– 1150 тонна Ғафури  рапсыБелоруссияға –– 1150 тонна Ғафури  рапсы
Белоруссияға –– 1150 тонна Ғафури рапсы

17 партиянан торған майлы культура өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшереү үткән. Энтомологик, геологик һәм микологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған. Экспортҡа оҙатылған Башҡортостан рапсы ЕАЭС-тың карантин фитосанитар талаптарына тап килә.

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә толмрошҡа ашырыла. 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас