А/хужалығы
16 Апрель 2025, 05:30

Сәсеү эштәре лә етте

Техник культуралар майҙаны артасаҡ

Сәсеү эштәре лә еттеСәсеү эштәре лә етте
Сәсеү эштәре лә етте

Башҡортостанда быйыл бөртөклөләрҙең дөйөм майҙаны 1,538 миллион гектарҙан ашыуыраҡ була, тип хәбәр итте республика вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

«Техник культуралар майҙанын 635 мең гектарға еткерергә уйлайбыҙ. Был уҙған йылдағыға ҡарағанда 80 мең гектарға күберәк», — тине республиканың аграр ведомствоһы етәксеһе.

Шул уҡ ваҡытта быйыл Башҡортостанда, техник культураларҙан тыш, мал аҙығы культураларының майҙанын 28 мең гектарға арттырыу планлаштырыла. Йәмғеһе 599 мең гектарҙа (+5%) ултыртыла. Асыҡ грунтта картуф һәм йәшелсәләр майҙаны былтырғы кимәлдә һаҡлана (яҡынса 50 мең гектар).

«Ғөмүмән, яҙғы сәсеү 2,152 миллион гектарҙа планлаштырыла, был уҙған йылға ҡарағанда 4,4 процентҡа күберәк», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-04-14/v-bashkirii-yarovoy-sev-2025-prevysit-proshlogodnie-pokazateli-4197122

Автор:
Читайте нас