А/хужалығы
25 Апрель 2025, 06:35

Баҫыуҙарҙа эштәр гөрләй

Район баҫыуҙарында дым ҡаплау эше менән бергә баҫыуҙарға минераль ашламалар индерелә, сәсеү ҙә алып барыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Баҫыуҙарҙа эштәр гөрләйБаҫыуҙарҙа эштәр гөрләй
Баҫыуҙарҙа эштәр гөрләй

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов хәбәр итеүенсә,  хужалыҡтары, фермерҙар баҫыуҙарында дым ҡаплау эштәре алып барыла, тупраҡҡа минераль ашламалар индерелә, булған орлоҡтар сәсәеүгә әҙерләнә, элиталы сәсеү материалы һатып алына. Н. Әхтәмов КФХ-һы һоло сәсеүгә төштө, «Урал аръяғы Агро» МТС-ы етен сәсә башланы.

Игенселәр яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында һәм сифатлы башҡарыу өсөн бар көсөн һәм тырышлығын һала. Мул уңыш үҫтереп алып, уны хатта сит илдәргә лә оҙата беҙҙең аграрийҙар. Был, үҙ сиратында "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты үтәлешенә лә үҙ өлөшөн индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас