+25 °С
Болотло
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
А/хужалығы
28 Май 2025, 10:35
Милли проект ярҙамында фермерлыҡ үҫешә
Республикала КФХ-ларға ярҙам күрһәтелә
Милли проект ярҙамында фермерлыҡ үҫешә
Милли проект ярҙамында Башҡортостанда 333 фермер хужалығы ойошторолған, ҡулланыусылар кооперацияһына 12 мең ҡатнашыусы ҡушылған, 277 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы дәүләт ярҙамы алған, 630-ҙан ашыу эш урыны булдырылған, 20 мең консультация хеҙмәте күрһәтелгән.
"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау" төбәк проекты 2019-2024 йылдарҙа уңышлы эшләне.
Дәүләт ярҙамы сараларына бөтәһе 2,3 мең берәмек техника һәм ҡорамалдар (тракторҙар, комбайндар, махсус транспорт), 47 мең баштан ашыу эре мал, 740-тан ашыу һарыҡ, 1,5 мең баш ат, 2 мең самаһы бал ҡорто күсе һатып алынған.
6 йыл эсендә бәләкәй бизнесты үҫтереүгә 1,7 миллиард һумдан ашыу бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән, шуларҙың 1,672 миллиарды – федераль бюджеттан (98%).
https://www.bashinform.ru
Автор:
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"