

2019 йылдан 2024 йылға тиклем Башҡортостанда милли проект сиктәрендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселлирациялау” тигән төбәк проекты тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Алты йыл эсендә бәләкәй бизнесты үҫтереүгә бер миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Уның 1 миллиард 672 миллион һумы федераль бюджеттан.
-Милли проект арҡаһында республикала 333 яңы фермер хужалығы барлыҡҡа килде, ҡулланыусылар кооперацияһына 12 меңдән ашыу ҡатнашыусы йәлеп ителде. 277 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярҙам алды, 20 меңләп консультация хеҙмәттәре күрһәтелде, - тине төбәктең Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.