Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре 2025 йылдың биш айында 4,7 миллиард һумлыҡ 768 берәмек техника һатып алған. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорондағы күләмдән 490 миллион һумға күберәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, дөйөм алғанда, агросәнәғәт комплексының техник паркы төрлө класлы 136 трактор, 20 иген һәм алты мал аҙығы йыйыу комбайны, 24 үҙйөрөшлө һиптергес, 200-ҙән ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы һәм башҡа техника менән тулылаған.
Техник модернизацияға әүҙем инвестициялар һалыу арҡаһында аграрийҙар ағымдағы йылдың сәсеү кампанияһын оптималь агротехник сроктарҙа үткәрә алды.
Ауыл хужалығын яңы Рәсәй техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектын сиктәрендә бойомға ашырыла.