“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса йәштәр советы ойоштороласаҡ.
Яңы советтың бурыстары иҫәбенә йәш белгестәргә агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә ҡатнашыу мөмкинлеген биреү, яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам программаларын әҙерләү, төбәктең алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларында практика ойоштороу мәсьәләләре инәсәк, тип күҙаллана. Һөҙөмтәлә был ауыл хужалығы өсөн кадрҙар резервы әҙерләргә һәм йәш белгестәрҙең профессиональ үҫеше өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Төбәктең бер нисә аграр предприятиеһы тәжрибә туплау, яңы технологияларҙы үҙләштереү һәм белем менән уртаҡлашыу өсөн йәштәрҙе ҡабул итергә әҙер. Был студенттарға һөнәрҙе үҙләштереү генә түгел, ә реаль иҡтисади эшмәкәрлек менән йәнле бәйләнеш булдырырға, ә предприятиеларға йәш һәләтле белгестәр табырға ярҙам итәсәк.
2025 йылда “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” федераль проектын тормошҡа ашырыуға Башҡортостанда 622 миллион һум ҡаралған.
Яңы федераль проект ауыл хужалығы тармағына йәш белгестәрҙе әүҙем йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-07-09/belgest-r-tabyr-a-yar-am-it-s-k-4307964