Мегафермаларҙың дөйөм хаҡы 6,3 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙы сафҡа индереү төбәктә һөт етештереүҙе йылына 15 мең тоннанан ашыуға арттырасаҡ. Ҙур проекттар араһында Стәрлетамаҡ районының Көньяҡ ауылы янында төҙөлөп бөтөп килгән, 3,5 мең баш һауын һыйырына иҫәпләнгән “Калинин” һөт-тауар комплексы бар. Проектҡа 3 436,3 миллион һум инвестиция һалынған.
Бынан тыш, Илеш районында 1,2 мең баш һауын һыйырына иҫәпләнгән Куйбышев исемендәге колхоздың һөт-тауар фермаһын, Әбйәлилдә “Красная Башкирия” ауыл хужалығы предприятиеһы фермаһының икенсе сиратын, Илештә “Урожай” тоҡомсолоҡ заводының роботлаштырылған комплексын төҙөү, Стәрлетамаҡтың Николаевка ауылында Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы фермаһын яңыртыу эштәре тамамланды тиерлек.
Заманса фермалар төҙөү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы булдырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.