Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
30 Июль 2025, 16:45

Ураҡҡа старт бирелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Баҫыу көнө-2025” республика ғилми-ғәмәли семинарында ҡатнашты. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетының уҡыу-фәнни үҙәгендә уҙҙы

Ураҡҡа старт бирелде
Ураҡҡа старт бирелде

Республика етәксеһе сарала йылдағыса уңыш йыйыу кампанияһына старт бирҙе һәм агро-сәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Беҙ һәр саҡ аграрийҙарға терәк булдыҡ, иғтибар-ярҙамдан өҙмәнек. Йылдың мөһим кампанияһы старт ала һәм республика баҫыуҙарына  4 190 комбайн ураҡҡа төшә, үткән йыл менән сағыштырғанда был 80 берәмеккә күберәк. Муниципалитеттарға, фермер хужалыҡтары башлыҡтарына, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә яңы техниканы әүҙем һатып алғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын, шул иҫәптән беҙҙең илдә сығарылғандарын һатып алыу сығымдарын компенсацияларбыҙ, — тине Радий Хәбиров. – Быйыл да беҙ һәйбәт уңышҡа өмөт итәбеҙ.

Төбәк етәксеһе эш һөҙөмтәләре буйынса республикала иң яҡшы механизаторҙарҙы асыҡлаясаҡтары хаҡында белдереп, аграрийҙарға уңыштар теләне.

Радий Хәбиров район башлыҡтары менән бергә күргәҙмәне ҡараны. Унда заманса ауыл хужалығы техникалары, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, ашламалар һәм аграр химия буйынса  продукция тәҡдим ителде. Рәсәй, Белоруссия һәм сит ил предприятиеларының 140-тан ашыу техникаһы ҡуйылғайны. Радий Фәрит улы “Сулпан-100” аграр сапҡысы мөмкинлектәрен баһаланы. Агрегат тулыһынса Башҡортостанда конструкцияланған, ә комплекттар Рәсәй төбәктәренән килтерелгән.

Республика Башлығы  “Трактор-шоу” ауыл хужалығы техникаһын йөрөтөү оҫталығы буйынса ярыштарҙы күҙәтте, үҙе лә комбайнда йөрөп ҡараны. Әйткәндәй, оҫталыҡ бәйгеһендә беҙҙең район фермеры Вадим Тайсин алдынғылыҡты бирмәне һәм еңеүсе булып танылды. Ул данлыҡлы сиҙәм батыры Вафир Тайсиндың ейәне булып сыҡты.

Өс көн дауам иткән семинарҙа агросәнәғәт комплексының ҡаҙаныштары, ер эшкәртеүҙең инновациялы ысулдары һәм заманса ауыл хужалығы техникаһы, селекция эше һөҙөмтәләре менән танышырға мөмкин булды.

“Баҫыу көнө-2025” республика семинарында беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев етәкләгән төркөм составына ауыл хужалығы буйынса урынбаҫар Ғәлим Солтанов, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре инде.

 — Республика кимәлендәге әһәмиәтле сарала ҡатнашыу — райондың ауыл хужалығы тармағы өсөн мөһим ваҡиға. Аграр секторҙы уңышлы алып барған район башлыҡтары менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге булды. Семинарҙа 40 гектарҙа перспективалы культураларҙың төрлө сорттары үҫкән майҙансыҡтарҙы һоҡланып ҡараныҡ, ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһе менән таныштыҡ. "Трактор-шоу" конкурсында беренсе урын яулаған фермер Вадим Тайсин өсөн бөтә Әбйәлил халҡы ғорурлыҡ кисергәндер. "Красная Башкирия" ЯСЙ-һы операторы Гөлнара Мөхәмәтова Дүртөйлө районында уҙған оҫталыҡ бәйгеһендә һынатманы, — тине Айрат Зиннәт улы. — Йыл һайын был семинарҙа республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы төбәктә аграр тармаҡтың ныҡлы иғтибар аҫтында булыуына етди дәлил. Республикала урып-йыйыу эштәре башланды. Беҙҙең район аграрийҙары ла мөһим кампанияға тулыһынса әҙер, бөтә көстәр менән эшкә тотонасаҡбыҙ.

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов та семинарҙа алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

— Быға тиклем “Баҫыу көнө” эргә-тирә райондарын берләштергән биш төбәктә айырым ойошторола ине. Быйылдан ауыл хужалығы министры ҡарары менән бер урында республика кимәлендә уҙғарыу хәл ителде. Ҡеүәтле һәм фәһемле семинар булды: күргәҙмәгә ҡуйылған техниканың күплеге, төрлөлөгө хайран ҡалдырҙы. Сөнки уларҙы етештереүселәрҙең райондарға сығып йөрөү мөмкинлеге юҡ. Ә бында бөтә фирмалар үҙҙәренең техникаһын тәҡдим итте. Ауыл хужалығы культуралары үҫкән 255 тәжрибә майҙансығын ҡараныҡ. Республикала ужым арышы, бойҙай һәм башҡа ауыл хужалығы культураларының сорттарын уңышлы сығаралар, — тине Ғәлим Наил улы. — Беҙҙең район аграрийҙары көндәр аяҙ торһа, ураҡҡа 10-15 август тирәһендә төшөр тип планлаштырабыҙ. Сәсеүлектәр яҡшы торошта, һауа шарттары быйыл уңай: ямғырҙар яуа, артыҡ эҫе түгел. Әлеге ваҡытта хужалыҡтарҙа мал аҙығы — бесән, сенаж әҙерләү эштәре бара.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас