Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
15 Август 2025, 12:10

Студент-практиканттар өсөн субсидиялар

 “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының “Агросәнәғәт комплексынла кадрҙар” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә  Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары 30 миллион һум дәүләт ярҙамы алған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Студент-практиканттар өсөн субсидиялар
Студент-практиканттар өсөн субсидиялар

Проект шарттары ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә производство практикаһын үткән ваҡытта эшкә ҡабул ителгән аграр вуз студенттарының хеҙмәт хаҡына бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауҙы күҙ уңында тота. Быйыл йыл башынан 354 студент-практикантҡа 31 предприятие субсидия алған.

– Башҡортостан республикаһының агросәнәғәт комплексында баҫыу эштәре осоронда киң һөнәр эйәләренә һәм белгестәргә миҙгелле һорау ике мең кешегә тиклем арта. Бында, әлбиттә, йыл һайын ялан миҙгелендә ярҙамға килгән студенттар отрядтарының ролен баһалап бөткөһөҙ. Эш биреүселәрҙе "Агросәнәғәт комплексында кадрҙар" төбәк проекты сиктәрендә субсидиялар кеүек лайыҡлы хеҙмәт шарттарын булдырыуға дәртләндереү өсөн бындай инструмент булыуы ҡыуаныслы, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Студотряд хәрәкәтен тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт аграр университеты тергеҙә. Бында 2007 йылда уҡ “Колос” студенттар отряды яңынан эшләй башлай. Мәҫәлән, былтыр “Колос” та 1057 кеше иҫәпләнгән. Студенттар Башҡортостандың 47 районында эшләне. Уларҙың күбеһе республиканың агросәнәғәт комплексының алдынғы предприятиеларында практика үткән һәм кәрәкле тәжрибә алған. Улар араһында – “Үҙәк” МТС-ы, “Башҡорт-Агроинвест” һәм “Башҡортостандың төньяҡ яланы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас