Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
5 Сентябрь 2025, 10:10

"Бүләк" - шәп ферма

Ветеринария хеҙмәткәрҙәренең республика семинарында ҡатнашҡандар “Красная Башкирия” хужалығының Покровка ауылындағы фермала булды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Бүләк" - шәп ферма
"Бүләк" - шәп ферма

Был ферма хужалыҡтың алдан роботлаштырылған Озерный һәм Һамар фермаларынан күпкә замансараҡ. Семинарҙа ҡатнашыусыларға фермалағы эштәр менән таныштырҙылар:бында һыйырҙарҙы роботтар һауа, көтөүсе-робот эшләй.Ғөмүмән, күпселектә юғары белемле хеҙмәтләндереүсе персонал роботтарҙың эшен генә күҙәтә тиергә мөмкин. Сөнки бында ҡул хеҙмәте бөтөнләй юҡ, бөтә нәмә автоматлаштырылған.

Хужалыҡ етәксеһенең производство буйынса урынбаҫары Заһит Ғәлимов әйтеүенсә, фермала тағы ике ошондай ике база буласасҡ, берәүһе әле төҙөлөү өҫтөндә, улар малдарға тағы ла уңайлыраҡ, тағы ла һәйбәтерәк буласаҡ.Бфл фермала бөтәһе 720 баш һый   ыр малы аҫыраласаҡ, әле тәүге базала 200 башҡа яҡын мал тотола.

“Красная Башкирия” хужалығында индерелгән яңылыҡтар “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проекты нигеҙендә бойомға ашырыла.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас