Федераль министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Рәсәй Хөкүмәте 24 төбәккә агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүгә өҫтәмә финанслау ебәрәсәк. “Кадрҙар” милли проектының «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә РФ субъекттары дөйөм алғанда 1,3 миллиард һум аласаҡ. Өҫтәмә финанслауҙы агросәнәғәт комплексы өлкәһендә мәктәптәрҙе һәм колледждарҙы модернизациялауға, эшкәртеү предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан уҡытыуға, квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү өсөн дәртләндереү түләүҙәренә йүнәлтеү планлаштырыла.
Премьер-министр Михаил Мишустин, бындай алым Рәсәй агросәнәғәтенең конкурентлыҡ һәләтен арттырырға һәм ауылда яңы эш урындары барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирәсәк, тип аңлатма бирҙе.