Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Сентябрь 2025, 14:45

Их, ҡымыҙы ла ҡымыҙы

"Ҡыҙылъяр"ҙың шифалы эсемлегенә ихтыяж ҙур.

Их, ҡымыҙы ла ҡымыҙы
Их, ҡымыҙы ла ҡымыҙы

Йәмле Ҡыҙыл буйында Ишҡол ауылы эргәһендә урынлашҡан ҡымыҙ фермаһынан йәй буйы кеше өҙөлмәй. «Ҡыҙылъяр»ға юлаусылар ҙа туҡтап һыуһын ҡандыра, байрам-туйҙарға алдан заказ биреп килеп алыусылар ҙа бар.

Рөстәм Махийәнов етәкселек иткән «Ирәндек» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең шифалы эсемлеге күптән танылыу яулаған.

Фермала йәнлелек — бында иртәнге һауын бара ине. Рөстәм Рәфҡәт улы бейәләр торған махсус кәртәгә алып китте. Хужалыҡ районда тәүгеләрҙән булып аппарат менән һауыуға күскән. Һауынсылар Һәҙиә Дауытова менән Вәлимә Дилмөхәмәтованың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Тәжрибәле апайҙар тиҫтә йылдан ашыу эшләйҙәр, күптән оҫтарып бөткәндәр. «Делаваль» аппараты уңайлы ғына түгел, ә һауыу ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә икән. Был айырыуса мөһим: сөнки ике өйөр бейәне, йәғни алтмышлаған башты көнөнә ике тапҡыр һауыу өсөн күпме ваҡыт кәрәк? Элегерәк дүрт өйөр ҙә һауған был уңған апайҙар. Тап шуның өсөн аппарат һауынсыларға бик кәрәк. Йылға яҡын булһа ла, һыуҙы ташып йөрөмәҫ өсөн, скважина ҡаҙҙырылған, һауын аппараттарын йыуыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Һөттө һауып алғандан һуң тейешле температураға еткерәләр һәм әсетке өҫтәп, ҡымыҙ әҙерләй башлайҙар.

 — «Ирәндек» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ыҫланған ҡымыҙы бик тәмле тип маҡтағандарын ишеткәнем бар. Әле лә был ҡымыҙ бармы? — тип ҡыҙыҡһынам.

— Хәҙер шифалы эсемлекте һатып алыусылар һаумал ҡымыҙға өҫтөнлөк бирә. Мин үҙем дә шуны яратам. Ә ыҫланғанын тик заказ буйынса эшләйбеҙ, бының өсөн ағас көбө, ерек сөрөгө һәр ваҡыт әҙер, — ти Рөстәм Рәфҡәт улы. — Әйҙәгеҙ, ҡымыҙ эшләү процессын күрһәтәм.

Ҡымыҙ бешеү цехында бик таҙа, һәр нәмә үҙ урынында. Йәйге осорҙа бында етәксенең ҡыҙы Әминә Махийәнова эшләгән. Егәрле, тырыш ҡыҙ Өфө дәүләт авиация-техник университеты студенты, йыл һайын каникул мәлендә ғаилә бизнесына үҙенең өлөшөн индерә. Ул әҙер эсемлектәрҙе шешәләргә ҡойоп һыуытырға ҡуя һәм һата.

Ҙур аппаратта махсус программа ярҙамында ла бешәләр ҡымыҙҙы. Уны цехҡа 2015 йылда алғандар.

 — Был оҙайлы пастеризациялау ваннаһы, уның күләме 500 литр. Аппарат беҙҙең эште бик еңеләйтә. Шул уҡ ваҡытта санитар талаптарға тулыһынса яуап бирә, — тип аңлата Рөстәм Рәфҡәт улы. — Ул автоматик рәүештә йылытыу, бешеү һәм һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән. Әҙер эсемлек махсус дозатор насосы ярҙамында пластик шешәләргә ҡойола. Заманса технологиялы был ҡоролма ҡымыҙға оҙаҡ ваҡыт тәмен һаҡларға мөмкинлек бирә.

Әҙер продукцияны аҙнаһына бер-ике тапҡыр Өфөгә һәм Магнитогорск ҡалаларындағы нөктәләргә оҙаталар. «Алтын» бренды аҫтында һатылған батырҙар эсемлегенә ихтыяж ҙур. Күмәртәләп һатыуға фермерҙың ҡатыны Гүзәлиә Алсынбай ҡыҙы яуаплы.

 — Йыл беҙҙең өсөн һәйбәт булды: үлән күп, ҡолондар ҙа нығынды, ҡымыҙ етештереү өсөн дә форсат булды,  — ти Рөстәм Махийәнов.

Ферма буйынса тулайым һауым 150-200 литр тәшкил итә. Бейәләр ҙә, ҡолондар ҙа көр. Был ғүмер буйы йылҡысылыҡта эшләгән Айбулат Ғәлиуллиндың хеҙмәте. Көтөүсе өйөрҙәрҙе һутлы үләнле урындарға ҡыуып алып йөрөй. Быйыл уға йәш ҡороҡсолар Вилдан Кәримов менән Арсен Ишмөхәмәтов ҡолондарҙы ҡарашырға ярҙам иткән. Үҫмерҙәр уларҙы ашатып, һыу эсереп, кәртәгә ҡыуып индерешкән. Йәйҙәрен файҙалы үткәреп, яңы уҡыу йылына аҡса ла эшләгәндәр.

Үҙ көсө, тырышлығы менән алға барған Рөстәм Махийәнов тәжрибә туплау маҡсатында үҙенең коллективы менән бер нисә йыл рәттән ҡымыҙ оҫталарының республика конкурсында ҡатнашҡан. 2018 йылда ҡымыҙ сифаты буйынса икенсе урын алһалар, 2019 йылда «Ирәндек» ЯСЙ-һының шифалы эсемлеге республика буйынса иң яҡшыһы тип табыла. Бөгөн дә улар ошо марканы тотоп, тәмле һәм сифатлы ҡымыҙ етештереү өсөн тырышып эшләйҙәр.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:

«Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнгән фермерҙарға ярҙам итергә кәрәк. Республикала 2021 йылдан федераль һәм төбәк сараларын үҙ эсенә алған аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам итеү буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла. Тармаҡта эшләгән бәләкәй бизнес вәкилдәренә кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялауға аҡса бүленә.

Башҡортостанда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тармағы яҡшы үҫешә, төбәктә һөт, ит, ҡымыҙ, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы етештереүгә ҙур иғтибар бирелә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса тулайым ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме 252 миллиард һум тәшкил итте. Был Рәсәйҙә 9-сы урын.

2024 йылда аграр секторға ярҙам күрһәтеүгә республикаға 9 миллиард һумдан ашыу федераль саралар йүнәлтелгән. Дәүләт программаһы сиктәрендә республика ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға бөтәһе 4,2 миллиард һум самаһы аҡса биргән, шуның 2,3 миллиарды-республика бюджетынан».

Фотола: "Ирәндек"ЯСЙ-һы етәксеһе Рөстәм Махийәнов көтөүсе Айбулат Ғәлиуллин менән. Уларҙың янында өйөр айғыры "Бөркөт". Автор фотоһы.

 

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас