Башҡортостандың иң ҙур элеваторында 77 мең тонна уңыш һаҡлауға һалынған
Үҫтереү генә түгел, уңышты һаҡлау ҙа мөһим. Башҡортостандың иң ҙур һәм заманса элеваторы Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Ул 122 мең тонна орлоҡто һыйҙыра ала. Әлеге ваҡытта 77 мең тонна бөртөклө, ҡуҙаҡлы һәм майлы культуралар киптерелеп, һаҡлауға һалынған. Биләмәлә төҙөлөш эше лә дауам итә. Яҡын арала орлоҡ үҙәге сафҡа инәсәк, шулай уҡ элеваторҙы тимер юлы менән тоташтырыу өсөн юл һалына.