Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
24 Октябрь 2025, 07:15

780 мең тоннаға яҡын уңыш алынды

Майлы культураларҙың уңышы Башҡортостанда 780 мең тоннаға яҡын тәшкил итте. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

780 мең тоннаға яҡын уңыш алынды
780 мең тоннаға яҡын уңыш алынды

Башҡортостан Республикаһында майлы культураларҙы йыйыу дауам итә. 22 октябргә төбәк аграрийҙары 460 мең гектарҙы һуғып алған, был бөтә майҙандарҙың өстән ике өлөшө. Май орлоғоноң тулайым йыйымы 778 мең тоннанан ашып китә, гектарынан уртаса уңыш 17 центнер тәшкил итә.

Бөгөн эштәр төп майлы культура -– көнбағыш баҫыуҙарында бара. Уны 254 мең гектар майҙанда йыйып алғандар, был бөтә күләмдең 64 проценты. Май орлоҡтарының тулайым йыйымы 460 мең тоннанан ашып китә, уңыш гектарынан 18 центнерҙан юғары.Иң Яҡшы күрһәткестәр Бында Мәләүез, Көйөргәҙе һәм Стәрлетамаҡ райондарында, унда 48,34 һәм 33 мең тонна май орлоҡтары йыйылған.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас