Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
24 Октябрь 2025, 09:30

Яңы база һалына

"Красная Башкирия" хужалығы:ың Покровка фермаһына тағы бер заманса база төҙөлөшө бара. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Яңы база һалына
Яңы база һалына

Покровка ауылындағы "Бүләк" фермаһында быйыл февраль айында заманса ферма файҙаланыуға тапшырылғайны. Бында бөтә эш процестары  автоматлаштырылған, ҡул көсө бөтьөнләй файҙаланылмай. Малдар өсөн уңайлы заманса фермала эшсәндәр өсөсн бөтә шарттар тыувҙырылған.

Ошонда уҡ тағы бер баша төҙөлөш бара. бында тәүгеһенә ҡарағанда шарттар, уңайлыҡтар тағы ла һәйбәтерәк була, ти белгестәр.

"Красная Башкирия" хужалығы директоры Раил Салауат улы әйтеүенсә, тағы өсөнсө база төҙөлөшө проектлана. Тимәк, тотош рсепубликала иң алдынғы һөт етештереүсе булараҡ билдәле был хужалыҡта ауыл хужалығы продукцияһы етештереү тағы ла артасаҡ, тип көтөлә һәм был, үҙ сиратында, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын үтәүгә лә булышлыҡ итәсәк.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас