Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә экспортҡа оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарының береһе булып тора.
Был күләмдең яртыһынан күберәге Шишмәләге шәкәр заводынан оҙатылды: 76 тимер юл вагонында ике мең тонна гранулланған сөгөлдөр һығындыһы Ҡытай Халыҡ Республикаһына китте. Йыл башынан алып Башҡортостан предприятиелары был ҡиммәтле мал аҙығының 22 мең тоннаһын экспортҡа оҙатҡан.
Мал аҙығынан тыш, Башҡортостан аграрийҙары Ҡытайға майлы культуралар ҙа һата.
Октябрҙә Россельхознадзор Әбйәлил районынан сит илгә оҙатылған 3,2 мең тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек етенен контролдә тотҡан. Йөк тимер юл буйлап 124 вагонда китә.