Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
20 Ноябрь 2025, 11:00

Шәкәр етештереү артҡан

  Башҡортостанда ике миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған һәм 120 мең тонна шәкәр етештерелгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Шәкәр етештереү артҡан
Шәкәр етештереү артҡан

Башҡортостан Республикаһының сөгөлдөр үҫтергән хужалыҡтары был культураны йыйып алыуҙы тамамланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеү-енсә,18 ноябргә шәкәр сөгөлдөрө төбәктә 42,6 мең гектарҙа ҡаҙып алынған. Тулайым йыйым 2 миллион 67 мең тоннанан ашып киткән, уртаса уңыш гектарынан 485 центнер тәшкил иткән.Тамыраҙыҡтарҙы баҫыуҙан сығарыуҙы ямғырҙар  тотҡарлай. Сөгөлдөрҙө эшкәртеп, шәкәр етештереүсе заводтарға 887 мең тонна тамыраҙыҡ ташылған да инде, шуның 854 мең тоннаһы эшкәртелгән дә. Шишмә шәкәр заводы 61 мең тонна, “Раевсахар” компанияһы 59 мең тонна шәкәр етештерегән.

Шәкәр етештереүҙе арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үтәлешенә ҙур ярҙам итә.

ФОТО:bashinform.ru

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас