Улар иҫәбендә он, ярмалар, көрпә һәм башҡа продукциялар бар. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлауҙы арттырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектының төп маҡсаттарының береһе булып тора.
Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда өҫтәлгән хаҡ менән продукция экспорты күләме 1,5 тапҡырға тиерлек артҡан (2024 йылда - 21 мең тонна).
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, 11 айҙа 599 фитосанитария сертификаты тапшырылған. Энтомологик, гербологик һәм микологик тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә продукция импортер илдәрҙең талаптарына тулыһынса тап килә.
Экспортҡа оҙатылған тауарҙың төп өлөшөн Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан һәм башҡа яҡын һәм алыҫ сит илдәр һатып алған.