А/хужалығы
24 Декабря 2025, 05:30

«Агросәнәғәт комплексына кадрҙар» проектына аҡса бүленде

Башҡортостанда тағы ла 400 агрокласс асыла

Добавить в предпочтительные источники Google
«Агросәнәғәт комплексына кадрҙар» проектына аҡса бүленде«Агросәнәғәт комплексына кадрҙар» проектына аҡса бүленде
«Агросәнәғәт комплексына кадрҙар» проектына аҡса бүленде

2030 йылға республикала мәктәптәр һәм урта махсус уҡыу йорттары базаһында б кәмендә 400 агрокласс асылырға тейеш. Башҡортостан вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

Бынан тыш, 2026 йылда ауыл хужалығы министрлығы яғынан тағы ике колледжға яңыртыу эштәре өсөн аҡса йүнәлтелә.

«Бөгөн заманса, хәҙерге хәл-шарттарға яраҡлашҡан кадрҙар әҙерләү системаһы булдырыла. 2030 йылға төп ауыл хужалығы вузын да ремонтлайбыҙ. Шулай уҡ 2030 йылға юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙың 95% әҙерлекле булырға һәм ауыл хужалығы производствоһында эшләргә тейеш. Беҙҙең аграрийҙар буласаҡ белгестәрҙе мәктәп эскәмйәһенән үк әҙерләргә бурыслы», — тине Фәзрахманов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанға «Агросәнәғәт комплексына кадрҙар» проекты өсөн өҫтәмә рәүештә 200 миллион һум бүленде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-23/v-bashkirii-otkroyut-esche-400-agroklassov-4517970

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас