Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Ғинуар , 08:40

Башҡортостанда 187 мең тонна шәкәр етештерелгән

Башҡортостан Республикаһының шәкәр заводтары 2025 йылғы уңыш сөгөлдөрөн эшкәртеүҙе дауам итә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда 187 мең тонна шәкәр етештерелгән
Башҡортостанда 187 мең тонна шәкәр етештерелгән

 

 13 ғинуарға Шишмә шәкәр заводы һәм «Раевсахар» компанияһы 1 миллион 350 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәрткән. 187 мең тоннанан ашыу аҡ шәкәр етештерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ көнөнә ҡарата 9 процентҡа күберәк.

БР Ауыл хужалығы Министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылда төбәктә шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре 43 мең гектар тәшкил итте.Тамыраҙыҡтың тулайым йыйымы гектарынан 480 центнерҙан ашыу уңыш менән 2,1 миллион тоннаға етте.

Шәкәр сөгөлдөрөнән алынған мул уңыш, эшкәрткәндән һуң, шәкәрҙе сит илдәргә күпләп һатырға булышлыҡ итә. Ә был, үҙ сиратында, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.

ФОТО: bash.news

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас