Сит илгә оҙатылыусы ауыл хужалығы продукцияһы мотлаҡ "Россельхознадзор" тикшереү үтә. "Россельхознадзор" хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, Әбйәлил хужалыҡтарынан сит илгә оҙатылыусы продукциянан, атап әйткәндә, етендән алынған өлгөләр лаборатория тикшеренеүҙәренең тотош комплексын уңышлы үткән.
"Энтомологик, герболоогик һәм микологик экспертизалар һөҙөмтәләре тикшерелгән өлгөләрҙә сит илгә сығарыуға кәртә булырҙай карантин организмдар асыҡланманы. Бөтәһе 124 фитосанитария сертификаты бирелде", - тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһында.